Республиканың төп телеканалында 10 йыл дауамында барған сара төбәктең мөһим проекттарының береһе. Эстрада һәм халыҡ йырҙарын профессиональ башҡарыусылар араһында ойошторолған телевизион конкурс йыл да яңы исемдәр асыуы менән әһәмиәтле.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУның ҡарауы, «Башҡорт йыры» проекты донъя сәхнәләренә юл да аса. Быйылғы конкурсҡа 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Һайлап алыу турҙары аша 19 башҡарыусы финалға үтте. Юбилей миҙгеле Өфөлә төрлө йылдарҙа еңеү яулаған йырсыларҙың Гала-концерты менән тамамланды.
Телевизион проект башҡорт музыкаһын пропагандалай. 10 йыл эсендә 5 меңдән ашыу йырсы ҡатнашҡан, 3 меңләп композиция яҙҙырылып Башҡортостандың алтын фондына индерелгән.
Ә инде «Башҡорт йыры»ның быйылғы еңеүселәре тип ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Гөлшат Ғирфанова менән ир-егеттәрҙән Нефтекама филармонияһынан Азат Юлдыбаев танылды. Лауреаттар аҫыл таштан биҙәлгән көмөш статуетка һәм республика шифаханаларына юлланма менән бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин