Баймаҡ районы Төркмән ауыл халҡына мал өсөн компенсация яңы йылға тиклем түләнә

Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт ултырышында шулай социаль-иҡтисади күрһәткестәр, вакцинациялау барышы, баҡсасылыҡ ширҡәттәренең проблемалары хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Себеште көҙ һанайҙар, тигән һымаҡ, йыл аҙағы ла социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе барлау осоро. Пандемия шарттарына ҡарамаҫтан йыл Башҡортостан өсөн уңышлы килгән. Сәнәғәт етештереүе индексы 104, 5 процент тәшкил итә. Төбәккә ивестиция йәлеп итеү ҙә йылдам бара.

Тағы ла бер мөһим күрһәткес торлаҡ сафҡа индереү менән бәйле, йыл башынан был һан 22,1 процентҡа артҡан. Бынан тыш, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың проблемаһы ла хәл ителә.

Оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы Төркмән ауылындағы ғәҙәттән тыш хәл менән бәйле проблемалар ҙа тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, төбәктә нодуляр дерматит йоҡтороу сәбәпле, малдар юҡ ителгән.

Ауырыған малдарҙы яндырыу менән бергә, 15-20 километр арауыҡтағы ауылдарҙы малды вакцинациялау бара. Бөтәһе 15 мең тирәһе һыйыр малына һәм тағы 15 меңләп кәзә-һарыҡҡа прививка эшләнә. Әле ерле халыҡҡа ярҙам юлдары барлана. Үткән аҙнала Төркмәндә Башҡортостан башлығы хакимиәте вәкилдәре булып халыҡ менән осрашыу уҙғарған.

Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәре менән бәйле проблемаларҙы ла хәл итеү ҡаралған. Ошо маҡсатта 1 миллиард 300 миллион һум аҡса талап ителә. Республикала баҡса участкалары йәки дачалары булған кешеләрҙең һаны 550 меңдән ашыу, бөтәһе 1 мең 500 баҡсасылар ширҡәте теркәлгән.

Радий Хәбиров юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн бюджеттан аҡса бүлергә ҡушты. Инфрастуктура тыуҙырыу баҡсаларҙа ғына түгел, ҡала билмәләрендә лә бара. Ихаталарҙы тәртипкә килтереүгә һәм төҙөкләндереүгә киләһе йыл 1 миллиад һум аҡса йүнәлтелә, программаға индерелгән ихаталар һаны 200-гә тиклем арттырыла.

Рәмзиә Кәримова