Бөгөн Өфө сауҙа- иҡтисад колледжында «кондитерлыҡ эше» йүнәлеше буйынса оҫтахана асылды. Ул чемпионаттың 70 миллион һумлыҡ ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТантаналы сарала Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы менән колледж араһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды, оҫталыҡ дәрестәре үтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Оҫта ҡулдары әҙерләгән ашамлыҡ күҙҙең яуын алырлыҡ сувенирҙы хәтерләтә. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары ошондай тәмлекәстәр әҙерләргә өйрәнәсәк. «Кондитерлыҡ эше» йүнәлеше буйынса асылған оҫтаханала заманса кондитер ризыҡтары әҙерләү өсөн хәҙер бөтә шарттар бар.
Оҫтахана быйыл республикала үткән 9-сы «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатынан ҡалған техника менән йыһазландырылған. Мейес, индукциялы плитә, ҡапыл туңдырғыс, һыуытҡыс- бөтәһе лә донъяуи стандартта эшләүсе техника. Ғәҙәттә донъяуи чемпионаттар тап ошондай ҡоролмалар ярҙамында үткәрелә.
Уҡыу тамамлап эшкә урынлашҡас та йәш белгестәргә еңел буласаҡ. Заманса техникала милли ризыҡтар ҙа тиҙ һәм тәмлерәк бешә. Сарала ҡатнашыусыларға Зөбәржәт Утарбаева ғөбәҙиә бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.
Тантаналы сарала Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы менән колледж араһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Уҡыу йорто базаһында киләсәктә республика кимәлендәге «Ворлдскилс» чемпионттары үткәреләсәк. Колледжда «Банк эше», «Бухгалтер иҫәбе», «Отель ойоштороу» һәм «Ресторан сервисы» буйынса халыҡ-ара стандартта оҫтаханалар асылған. Улар шулай уҡ «Ворлдскилс» мираҫы – ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Студенттар әҙерләгән ҡәһүәнең тәмен Айбулат Хажин да баһаланы. Министр әйтеүенсә, һуңғы 30 йылда республиканың урта һөнәри белем биреү өлкәһе бындай заманса стандарттарға ярашлы ҡоролмаларҙы күрмәгән.
7 декабрҙә «Ворлдскилс»тың төбәк чемпионаты башлана. Тимәк, яңы ғына асылған оҫтаханаларҙа республиканың башҡа уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар ҙа үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева