Республикала «Эндуро-мотокросс» мотодисциплинаһы билдәлелек яулай

Еңел, шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле ике тәгәрмәсле техника текә ҡая-таштар, йә бүрәләр аша йөрөү көсөнә эйә. Трассаның ҡатмарлылығы пилоттың әҙерлегенән тора. Шуға профессиональ спортҡа төркөм биш йәштән туплана. Магнитогорск ҡалаһында уҙған аҙнала үткән һуңғы чемпионатта Өфө мотоклубы ағзалары призлы урын менән ҡайтты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Беҙҙең клубта бөгөн 140-лап кеше шөғөлләнә. Улар араһында һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессиональ шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Шулай уҡ төрлө төбәк, донъя ярыштарына йөрөгән махсус төркөм дә уңышлы эшләп килә. Йыл да беҙҙең мотоклубҡа күпләп кеше килә. Рәсәйҙә был спорт төрө киң таралған, ә Өфөлә ул үҫешә генә. Һуңғы биш йылда ғына беҙгә 100-ләп кеше килде. 

Кирилл Кириллов, «Эндуро-мотокросс» дисциплинаһы тренеры

Эндуро класлы мотоцикл ҡала юлдарына яраҡлашмаған. Ул тик юлһыҙ урындар аша ғына йөрөй ала. Профессионал техника хаҡы бөгөн сауҙа үҙәктәрендә миллион һумға билдәләнгән. Бөгөн Өфө командаһы киләһе йыл Румынияла үтәсәк Донъя чемпионатына әҙерләнә. Еңеү өсөн тәжрибә етерлек, ти спортсылар. Әле тик команданы финанслау мәсьәләһе ҡарала. Теркәлеү менән сит илгә сәфәр бер ҡатнашыусынан ярты миллион һум талап ителә.

Азат Ғәлиуллин