Баймаҡ районында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәбибулла Ғәбитов – ярлы ҡатламдан күтәрелгән әҙип. Тел, мәҙәниәт, матбуғатты үҫтереүсе шәхестәребеҙҙең береһе була. Әммә, билдәле булыуынса, золом сәйәсәтенә эләгеп, уның яҙмышы аяныслы тамамлана. Әбделкәримдәр арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгелештәреүҙә бик ҙур эштәр алып бара. Шағирҙың 110 йыллыҡ юбилейы республика кимәлендә билдәләнә, ауылдың үҙәк урамына уның исеме бирелә, мәктәптә музей асыла.
Фирғәт Ғәбитов арҙаҡлы Ғәбитовтарҙың шәжәрәһен өйрәнгән тарих уҡытыусыһы. Уларҙың нәҫел ағасында күренекле шәхестәр күп. Шуларҙың береһе – тап Хәбибулла Ғәбитов.