Тантаналы сараға Башҡортостан һәм Татарстандың, шулай уҡ башҡа төбәк театрҙары саҡырылды. «Нур»лылар был көндө күренекле мәҙәниәт, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән, театрҙың асылыуына булышлыҡ иткәндәрҙән, коллегаларынан, мәшһүр артистарҙан һәм рәсми вәкилдәрҙән ҡотлауҙар ҡабул итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТантаналы кистең бер өлөшө коллективты рәхмәт хаттары һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләүгә бағышланды.
Актерҙар – театрҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Ижади уңыштар һәм юғары профессиональ оҫталыҡ өсөн уларҙың күбеһе маҡтаулы исемгә лайыҡ. Быға ҡарамаҫтан, халыҡтың һөйөүе уңыштың төп күрһәткеске булып ҡала, бының менән коллектив хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. «Нур»ҙың сәхнәһендә күп милләтле республикабыҙҙың талантлы театраль донъяһын байытҡан йондоҙҙар яна башлай.