Хәйбуллала медицина сифаты яҡшыра

Хәйбулла районының Әҙел ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бинала халыҡты ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлауға айырым бүлмәләр ҡаралған. Заман талаптарына яуап биргән медицина учреждениеһы йөҙгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. ФАП-тың асылыуы урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға, ти ошо ауылда йәшәүсе Сәғиҙә Ануфриева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йыл аҙағына тиклем райондың Аҡназар, Маҡан һәм Федоровка ауылдарында ла ФАП төҙөлөшө башлана.