Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға эш сәфәренең бөгөн өсөнсө көнө. Республика Башлығы Радий Хәбиров Минск ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Ул башҡорт телен уҡытыу өсөн булдырылған заманса алымдар тураһында һөйләне. Тыуған иленә күсеп ҡайтырға теләүселәр өсөн “Ватандаштар” федераль программаһы булыуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ йәштәрҙе Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә уҡырға саҡырҙы. Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында тыуып үҫкән Рәмилә Ситникова-Ҡаҙыҡова 30 йылдан ашыу Белоруссияла йәшәй. “Башҡортостанға йыш ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Туғандарҙы һағынабыҙ. Туған телдә аралышыуға ныҡ һыуһайбыҙ”, ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМинскиҙа йәшәгән башҡорт һәм татарҙар “Шишмә” мәҙәни ойошмаһын булдырған. Байрамдарҙы гел бергә үткәрәбеҙ, ти Рәмилә Ситникова-Ҡаҙыҡова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Белоруссияла йәшәгән яҡташтарыбыҙға башҡорт тирмәһе, милли костюмдар алыуҙа ярҙам күрһәтәсәге тураһында белдерҙе.