Силәбе өлкәһендә теркәлгән аварияла Башҡортостандан өс кеше һәләк булған

Куса – Златоуст юлында Әбйәлил районынан туғыҙынсы модель «ВАЗ» автомобиле «Газель» менән берелешкән. Ҡот осҡос фажиғәлә ағалы-ҡустылы өс ир-егеттең ғүмере өҙөлгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Рысҡужа ауылы халҡы мәрхүмдәрҙе һуңға юлға оҙатты. Мәғлүмәтәтр буйынса, еңел автомобиль салонында шулай уҡ 4 йәшлек малай ҙа булған. Ауыр тән йәрәхәттәре алған бала санавиация менән Силәбе ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғәлә һәләк булған водителдең өйҙә ауырлы ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ балаһы ҡалған. Әлеге ваҡытта ғаиләгә финанс ярҙам йыйыу ойошторлған. Изге күңелле кешеләр Вәлиә Ямалованың экранда күргән телефон һандары буйынса банк картаһына аҡса күсерә ала.