«Сябры» белорус йырҙары халыҡ ансамбле 25 йыллығын билдәләне

Башҡортостанда 20 меңләп беларус йәшәүе билдәле. Улар айырыуса Иглин районында күпләп төпләнгән. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡ хаҡында киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда ғына түгел, Беларусь республикаһында ла хатта танылыу алған «Сябры» белорус йырҙары халыҡ ансамбле. «Сябры» башҡорт телендә «дуҫтар» тип тәржемәләнә.

Иглин районы Балтика ауылында ойошҡан ижади коллектив быйыл 25 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә улар ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһамаған. Уның ҡарауы, ансамбль бөгөн белорустарҙың милли-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы ла булып тора. Үҙ халыҡ йырҙарын башҡарып ҡына ҡалмай, традицион кейем өлгөләрен дә ҡәҙерләп һаҡлай.

Юҡҡа ғына, Балтика ауылында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылмаған. Ул белорус халҡына бәйле, бик күп материалдар туплаған. Уҙған быуат көнкүреш әыһаздары, боронғо кейемдәр, өй кәрәк-яраҡтарынан белорус ғаиләһенең әхләҡи-тәрбиә ҡағиҙәләре менән танышырға мөмкин.

Иглин районы, ғөмүмән, белорустар күпләп төпләнгән төбәк, ә белгестәр билдәләүенсә, тап улар мәжүсилек заманынан килгән байрамдарҙы һаҡлап йәшәй. Иван Купала мәҫәлән, йыл да тотош республика халыҡтарын бергә йыя. Оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары, фольклор коллективтарының сығышы менән үрелеп барған байрам Башҡортостандың милләт-ара дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәүенә ишара.

Азат Ғәлиуллин