Көсөргәнешле эш режимында. Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында табиптарҙың йыл дауамындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Инфекция таралыу менән бәйле табиптарҙың эше 2 тапҡыр артып бөтә бүлектәрҙәге белгестәргә өҫтәмә эшкә йәлеп ителгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Ҡыҙыл зона»нан башҡа бүлектәрҙә пациенттарҙың именлеге өсөн көрәшкән табиптар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө медицина колледжын тамамлаған Нәркәс Маликоваға 24 йәш кенә булһа ла йәш белгес яуаплы вазифала бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында эпидемиолог ярҙамсыһы булып эшләгән хеҙмәткәр ауырыған пациенттарҙың документтарын барлап, палаталарҙағы тәртип өсөн яуап бирә.
Үҙен насар тойоп короновирус инфекцияһын асыҡлау өсөн ПЦР тест тапшырырға килеүселәр тәжрибәле шәфҡәт туташы Людмила Акатьеваға мөрәжәғәт итә. Ул пациенттарҙың анализын ҡабул итеп матдәләрҙе лабораторияға оҙата. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ул көнөнә 200 пациенттың анализдарын ҡабул итә.
Людмила Акатьева, Өфөнөң 21-се клиник поликлиникаһы шәфҡәт туташы
21-се клиник дауаханала һәм поликлиникала һуңғы айҙарҙа пациенттар ағымы 2 тапҡыр артҡан. Учреждениеның төп эшмәкәрлеге тиҙ ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә ойошторолоуға ҡарамаҫтан короновирус инфекцияһын кисектереү өсөн дә күп яҡлы сифатлы эш алып барыла. Пациенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса республиканың иң ҡеүәтле медицина учреждениеһында артабан да короновирус менән көрәш өҫтөнлөклө маҡсат булып ҡала.
Флорида Ким