Йылылыҡ кәмей, ә тарифтар арта

Баш ҡалала йәшәүселәр йылылыҡ һәм уның өсөн түләнгән хаҡтың тура килмәүенә зарлана. Ҡар урынына ямғырҙар ҡойған ваҡытта был проблема һиҙелмәһә, һалҡындар килеү менән ул киҫкенләште генә. Айырыуса панель йортта йәшәүселәр һауа температураһының үҙгәреүенә һиҙгер. Зарланыуҙар урынлымы, әллә хужалар үҙҙәре өшөмтәлме? Яуап киләһе репортажда.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бала әүен баҙарына китһен өсөн өс ҡат юрған менән ябырға кәрәк. Юғиһә һалҡын фатирҙа йоҡлап китерлек түгел, ти Анастасия. Йоҡлаһаң да, ауырып уяныуың ихтимал. Өҫтәүенә һуңғы айҙа йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҙә артҡан.

Үткән айҙа мең ярым түләһәк, был айға дүрт меңгә яҡын килгән. Миңә аҡса йәл түгел, түләр ҙә инем, әгәр шулай уҡ йылылыҡ бирһәләр. Беҙҙә бит тариф арттырҙылар ҙа, ә батареялар һыуыҡ.

Анастасия Миндиярова

Дим биҫтәһенең Магистраль урамындағы 27-се йортта йәшәүселәрҙең барыһын да ошондай уҡ хәл борсой. Шулай ҙа йылылыҡҡа ҡәнәғәт ҡалғандар ҙа юҡ түгел. Быны торлаҡ файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре йорттоң панелдәрҙән һалыныуы менән аңлата. Йәнәһе лә, йылылыҡ норматив буйынса бирелә. Ә фатирҙа тейешле температура һаҡланмауы стеналағы ярыҡтарға бәйле.

Йылы тормаған бер нисә фатир хужалары торлаҡ файҙаланыу идаралығына мөрәжәғәт итеп йөйҙәрҙе һылаттырған. Был торлаҡта хәҙер һыуыҡҡа зарланмайҙар, ти коммуналь хеҙмәттәр. Анастасияға ла тәүҙә фатирҙың бөтөнлөгөнә иғтибар итергә кәңәш итәләр.

Шулай ҙа телевидение төшөрөп киткәс, күрәһең, бәләһенән баш аяҡ тип, йылылыҡты өҫтәргә булғандар. Анастасия ҡәнәғәт тә, әммә хәҙер уға коммуналь ресурстар өсөн тағы ла юғарыраҡ хаҡ түләргә тура киләсәк. Квитанция йәнде өшөтөрлөк булмаҫмы?

Айнур Кәбиров