Асҡында үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар республика башлығы үткәргән инвестиция сәғәтендә ҡатнашасаҡ

Был тәҡдимде эшҡыуарҙарға Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов индергән. 2012 ғаилә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотона. Икмәк бешереү цехын аса. Үҙ иҫәбенә кредит алалар. Табышлы эшләү үҙ һөҙөмтәһен биргән. Хәҙер Асҡын эшҡыуарҙары икмәктең 4 төрлөһөн бешерәә. Ярты йыл элек кондитер цехын да асҡандар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

10 төрлө пирог, пицца, шөкәрә, рулеттар, итле продукция етештерәбеҙ. Яңы асылған цехта печеньеның 30 төрө бешерелә. Беҙҙә 10 кешегә эш урыны булдырылған, тағы ла ике хеҙмәткәрҙе эшкә алырға йыйынабыҙ.

Рәфис Әхмәтов, эшҡыуар

Кондитер цехын эшҡыуарҙар өс йыл элек төҙөй башлаған. Был проектҡа 12 миллион һумлыҡ аҡса һалғандар. Быға тиклем Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдарға өҫтөнлөк биргәндәр, дәүләттән ярҙам булғанда электр энергияһын әҙ ҡулланып, күп табыш алыу мөмкинлеге менән тәьмин иткән итальян мейестәре һәм башҡа ҡорамалдар алырға иҫәптәре.

Гүзәл Борханова