Марат Вәлиев бер нисә йыл рәттән тыуған ҡалаһында йәшәүселәргә матди яҡтан булышлыҡ итә. Быйыл иһә ул “Атайсал” проектында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Атап әйткәндә, эшҡыуар мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм ковид-госпиталде костюмдар менән тәьмин иткән. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАлмаз Алсынбаевҡа иҫәп-хисап нескәлектәре еңелдән бирелмәһә лә, малай бөтә фәндәр буйынса яҡшы уҡырға тырыша. Дүртенсе синыф уҡыусыһы айырыуса, физкультура менән технология дәрестәрен көтөп ала.
Алмаз ғаиләлә кинйә малай. Бер туған апайҙарының береһе колледжда белем алһа, икенсеһе 7 класс уҡыусыһы. Уларға уҡыу йылына йыйынырға «Атайсал» республика проекты ярҙам иткән. Ишле ғаиләләгә матди ярҙам бер ҡасан да артыҡ түгел. Алмаздың әсәһе Әлфиә ханым үҙе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Был иһә ҡала дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге. Яҙғыһын ауырыусылар һаны күбәйгәс, бында ковид-госпиталь асыла. Тик бына табиптар өсөн хәүефһеҙлек костюмдары етешмәй. Уларҙы ла “Атайсал” проекты сиктәрендә һатып алыу ойошторола. Шулай уҡ, эшҡыуар медицина учреждениеһын тын алыу аппараты менән дә йыһазландыра.
«Атайсал» проекты меценаты булып Мәләүездең үҙәк баҙары хужаһы Марат Вәлиев ҡатнаша. Ул хәйриәлек, ойошмаларға матди ярҙам күрһәтеү менән 10 йыл тирәһе шөғөлләнә. Быйыл коллегалары “Атайсал” проекты сиктәрендә программаларҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим иткәс, ситтә ятап ҡала алмай.
Киләсәктә Марат Вәлиев ҡала мөхитен төҙөкләндерергә планлаштыры. Быға тәүге аҙымдар әле үк яһала. Атап әйткәндә, экологик акцияларҙа ҡатнашыу, Мәләүезде йәшелләндереү эше быйыл уҡ башланған.
Әлфинә Килдейәрова