Белоруссияның Полоцк ҡалаһы эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән Башҡортостан яугирҙарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылыуы мөмкин. Был турала республика башлығы Минск ҡалаһында, Белоруссияла йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙа белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШулай уҡ яҡташтарыбыҙға тирмә, милли кейемдәр, уйын ҡоралдары менән дә ярҙам күрһәтеләсәк. Сөнки Беларус республикаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ милли сараларҙы йыш ойоштора. Тыуған төйәк менән бәйләнеш, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Милли кейемдәрҙәге ижади коллектив барыбыҙға ла билдәле «Шәл бәйләнем» йыры менән сығыш яһай. Ғәжәпләнерлек урын юҡ һымаҡ. Әммә фольклор төркөмөнөң Башҡортостандан ситтә, алыҫ Белоруссия ерендә ойошторолоуын иҫәпкә алғанда, күңелдә милләттәштәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Радий Хәбиров белдереүенсә, әле Башҡортостанда 12 меңдән ашыу белорус йәшәй. Улар ҙа үҙ традицияларына тоғро ҡала, йыл һайын милли байрамдарын уҙғара. Шул уҡ ваҡытта алыҫ Белоруссия ерендә башҡорт теле, йыр-моңдары яңғырай. Республика ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, тине Радий Фәрит улы.
Белорус башҡорттарының һорауы буйынса тәү сиратта тирмә, милли кейемдәр менән ярҙам күрһәтеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡарала. Башҡа йүнәлештәге программалар ҙа бар.
Белорусияла йәшәгән яҡташтарыбыҙ Полоцк ҡалаһы эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән Башҡортостан яугирҙарына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Билдәле булыуынса, унда республикала төҙөлгән 98-се, 170-се, 186-сы уҡсылар дивизияһы һалдаттары ята. Радий Хәбиров тарихи факттар менән таныш булыуын һәм был һорауҙың контролгә алыныуын белдерҙе. Башҡортостан башлығы милләттәштәребеҙҙе 2024 йылда Өфөлә уҙған балалар фольклориадаһына ла саҡырҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Рәмилә Ситникова әйтеүенсә, Белоруссия башҡорттары, берҙәм, татыу йәшәй, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Ул үҙе Хәйбулла районынан, запастағы өлкән прапорщик, 35 йылдан ашыу ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған шәхес.
Радий Хәбиров Минск ҡалаһында Белоруссия Президенты ярҙамсыһы Урал Латиповты «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены менән дә бүләкләне. Урал Латипов сығышы менән Баҡалы районынан, оҙаҡ йылдар дауамында Александр Лукашенконың ҡул аҫтында эшләй.
Хакимиәт етәксеһе, Премьер-министр урынбаҫары, сит илдәр министры, Именлек советы секретары була. Урал Латипов үҙ сиратында Башҡортостан етәкселегенә юғары награда өсөн рәхмәт белдереп, ике арала хеҙмәттәшлек бәйләнештәре нығыныуын теләне. Киләсәктә был теләктең тормошҡа ашыуына өмөт ҙур. Республика Белорусия эшҡыуарҙарҙары алдында социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған презентация проекты менән сығыш яһаны.
Әле Башҡортостан донъяның 122 дәүләте менән хеҙмәттәшлек итә, йыллыҡ тышҡы тауар әйләнеше 4,1 миллиард долларҙан ашыу. Белоруссия менән бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн дә мөмкинлектәр киң, ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф йүнәлешендә килешеүҙәр төҙөргә була.
Ә республикала инвесторҙар уңайлы шарттар тыуҙырылған. 2020 йыл һөҙмтәләре буйынса Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа Рәсәйҙең иң алдынғы төбәге тип билдәләнгән. Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан юлаш телевидениеһы менән Белоруссия милли дәүләт телерадиокомпанияһы менән хеҙмәттәшлек килешеүенә лә ҡул ҡуйылды.
Килешеүгә ярашлы, видео-аудио материалдар, документаль проекттар менән алмашыу ҡаралған. Был Башҡортостан юлдаш телевидениеһы өсөн сит ил компаниялары менән тәүге килешеүе түгел. Ошоға тиклем дә Ҡытай, Япония, Франция һәм башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек ителгән.
Рәмзиә Кәримова