Яңы торлаҡта бөгөндән үк күсеп йәшәргә мөмкин. Эске яҡтан косметик ремонт яһалған. Йәштәрҙең шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРима Зөбәйҙуллина ҡәҙерләп үҫтергән ейәненең фатирлы булыуына ҡыуана. 9 йәшендә етем ҡалған балаға ниһайәт, бәхет йылмайҙы. Хәҙер ул Өфөнөң Затон биҫтәһендә сафҡа ингән яңы торлаҡтың унынсы ҡатында йәшәйәсәк. Егет яңы ғына әрменән ҡайтҡан, маҡсаты йыл аҙағына тиклем эшкә урынлашып фатирын йыһазландырыу.
Ғәзи Заһитов урамындағы күп ҡатлы йортта тағы ла туғыҙ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала фатир туйлаясаҡ. Бөгөн уларға тантаналы шарттарҙа асҡыс тапшырылды. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков билдәләүенсә, йылдан-йыл торлаҡ менән тәьмин ителеүселәр һаны арта. Уҙған ун ике айҙа ғына республика һәм федераль ҡаҙнанан етемдәрҙең хоҡуғын үтәүгә 222 миллион һум аҡса бүленгән.
Етемдәргә тапшырылған фатирҙар Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды һәм ҡаланың инвестиция-төҙөлөш комитетынан һатып алынған. Барыһында ла эске яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йыл муниципаль килешеүҙәр буйынса тағы ла ике йөҙ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала фатир асҡыстары аласаҡ. Торлаҡ Затон биҫтәһенән тыш, Сипайлово микрорайонынан ла да бүленә.
Гөлназ Хәйбуллина