Өфөнөң Ленин районында 8 меңдән ашыу кеше бер тәүлеккә һыуыҡ һыуһыҙ ҡалған

Әлеге мәлдә Нижегородка һәм Затон биҫтәләрендә социаль объекттарға, күп фатирлы йорттарға, шәхси секторға һәм ойошмаларға һыу биреү туҡтатылған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ һыуүткәргестәге ремонт эштәренә бәйле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был осорҙа оло быуын вәкилдәренә һыу ташыу ойошторолған. Өфөнөң Турбаҫлы ауылында йәшәүселәр ҙә бер-нисә йыл дауамында һыу үткәргес торбалар төҙөтөүгә ирешә алмай, мәсьәләне  хатта участкаларындағы ҡоҙоҡтар ҙа хәл итә алмай. Быйылғы ҡоро йәйҙә проблема тағы ла киҫкенләшкән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бәләкәй ярҙамсы бөгөндән бөтә ғаилә өсөн иртәнге аш әҙерлә йала. Йомортҡалар, бер семтем тоҙ, бер-нисә минуттан бөтәһе лә әҙер. Йомортҡа ҡурыу өсөн һыу кәрәкмәй. Сөнки был ингридиент уларҙа юҡ.

Аш-һыу әҙерләү һәм шәхси гигиена өсөн һыу айырым баллондарҙа һаҡлана. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кер йыуыу һәм душ инеүҙе иҫәпкә алғандан,кеше көнөнә 200 литр һыу тотона. Ямаевтар тәүлегенә хатта тотош ғаиләһе менән был хәтлем һыу тотона алмай. Һыуҙы исрафламайҙар.

Беҙҙең дүрт бала. Көн һайын бөтәһен дә йыуындырырға кәрәк. Балаларҙы туғандарға, дуҫтарыма йыуындырырға йөрөтәм. Шул тиклем уңайһыҙ.

Наталья Ямаева

 Улар ете йыл ошондай режимда йәшәргә мәжбүр. Күрше урамдарҙа  ла шундай уҡ мәсьәлә.

Әҙ-әҙләп ашарға әҙерләргә, ҡул йыуырға, һауыт-һаба йыуырға, мунса яғып инер өсөн һыуҙы шишмәнән ташыйбыҙ.

Юлиә Апакетова

Күпселек халыҡтың ихатаһында -шәхси ҡоҙоҡтар. Әммә улар ҙа һыуһыҙлытан ҡотҡара алмай. Бигерәк тә быйылғы йәйге селләлә ауырға тура килгән.

Иҫке Тубаҫлыла йәшәүселәрҙең береһе һыуҙы тикшереү өсөн экспертизаға биргән. Уның өсөн пробаны Әбделйәлил Эргашевтың скважинаһынан алғандар. Иҫке Турбаҫлы Өфөнөң бер өлөшө. Ауыл Орджоникидзе районына ҡарай. Халыҡ та хакимиәткә мөрәжәғәт иткән.

Һыуһыҙлыҡ мәсьәләһенә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙ ҙә белгестәргә шылтыраттыҡ. Әммә финанстар бүленмәгән. Обьект программаға индерелмәгән тигән яуап алдыҡ. Халыҡ артабан да үҙҙәренең эсәр һыуға булған хоҡуҡтарын яҡларға ниәтләй, улар ҡоро вәғәҙәгә ризаһыҙ.

Гүзәл Борханова