Бөгөн баш ҡалала урам ризыҡтарын әҙерләү буйынса гастроном фестиваль башланды. Унда илдең дүрт тиҫтәнән ашыу төбәгенән 75 оҫта һынау тота. Форумдың беренсе көнөндә башҡорт милли ризыҡтары әҙерләнде. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГастроном фестивалендә һауыт-һабаның тауышы ғына түгел, аш-һыуҙы әҙерләү технологиялары һөйләүҙәре яңғырап торҙо. Ҡайһы берәүҙәр мөмкинлекте файҙаланып рецепты телефонына теркәй. Өҫтәлдә башҡорт ризыҡтары. Уларҙы ашнаҡсылар төрләндереп, күҙ яуын алырлыҡ итеп биҙәгән.
Өфөлә үткән быйылғы гастроном фестивале традицион милли ризыҡты әҙерләүгә ҡоролған. Ул ғына ла түгел, туризм өлкәһендә файҙаланырлыҡ итеп ойошторолдо.
Әлбиттә, республика туризмы тураһында һүҙ барғанда, уның бөгөн кимәлен билдәләп үтмәү дөрөҫ булмаҫ. Башҡа йылдарҙан айырмалы бөгөн Башҡортостанда был тармаҡта алға китеш күҙәтелә, ти белгестәр. Тик ерле халыҡтың аш-һыуын тәҡдим итерҙәй туҡланыу урындарын арттырыу ғына кәрәк. Өйҙә ашау бер, ә сит төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға тәҡдим итеү ерле халыҡтың кимәлен атағы ла арттыра тиелде сарала.
Бөгөнгө сара ошо проблеманы хәл итергә өмөт уята. Фестивалдең тәүге көнө башҡорт милли ризығын әҙерләүгә ҡайтып ҡалды. Әйткәндәй, быйылғы сара Уралдың иң тәмле ризығын билдәләүгә йүнәлтелгән. Еңеүсегә киләһе йыл Калиниград ҡалаһында үтәсәк фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.
Азат Ғәлиуллин