Туған телгә – заманса ҡараш...

Республикала башҡорт теле көнө уңайынан яңы дәреслектәр баҫтырылды. Белгестәр йыйынтыҡтың исем туйында методик материалдарҙың презентацияһын ойоштороп китаптарҙың эстәлеге менән таныштырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Малай-ҡыҙҙарҙың грамматик һәм практик белемен камиллаштырыу маҡсатында төҙөлгән әсбаптарҙағы мәғлүмәтте электрон форматта ла өйрәнергә мөмкин. Балаларға материалдарҙың бер өлөшө мауыҡтырғыс уйындар аша тәҡдим ителә.

14 декабрҙә үтәсәк башҡорт теле көнө уңайынан республика район-ҡалаларында ла әҙәби-мәҙәни саралар ойоштороу күҙаллана. Шаран районы мәктәптәрендә балаларҙы туған телде өйрәнеүгә йәлеп итеү өсөн марафон үткәрелде. Малай- ҡыҙҙар күренекле башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады тураһындағы һорауҙарҙан торған викториналарҙа ҡатнашты.

Флорида Ким