Өфөлә Үҫмерҙәр китапханаһында Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы кисә үтте

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең 19-сы  быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәтер кисәһендә Өфө күп профилле һөнәри колледж студенттары ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижады һәм эшмәкәрлеге тураһында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов менән «Инеш» нәшриәте етәксеһе Гөлнара Белозерова һөйләне. Мәғрифәтсенең шиғырҙары ишеттерелде.

Рәмилә Исмәғилева