Өфөлә «Уфтанма» ижадханаһында сираттағы осрашыу үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолған дүртенсе сара был юлы төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән вәкилдәрҙе бергә йыйҙы. Кисә «Хаят-Исмаил» төркөмөнөң сығышы менән асылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйткәндәй, Альберт менән  Хаят Исмаиловтар авторлығында «Беҙ башҡортлар» йыры бөгөн илдең киң билдәле композицияһынан һанала. Юҡҡа ғына «Юлдаш» радиоһында ул ҡабат һорау менән тыңланмай.

Сарала, ғөмүмән, яңы һәм күптән популяр булған рок- композицияларының акустик версиялары яңғыраны. Йырҙар башҡорт теленең төрлө диалектында башҡарылды.

Азат Ғәлиуллин