«Силәбе өлкәһе башҡорттары өсөн башҡорт киноһы» проекты сиктәрендә балаларға башҡорт һәм рус телдәрендә фильм, йәнһүрәттәр тәҡдим ителде. «Башҡортостан» киностудияһы картиналарын Арғаяш һәм Ҡонашаҡ райондары тамашасылары ҡараны. Бынан тыш, Силәбенең 88-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә башҡорт йәнһүрәттәренә ҡыуанып тамаша ҡылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТеләһә ниндәй мәсьәләне лә ғаилә һәм дуҫтар менән бергәләп еңергә мөмкин. Берҙәмлек, татыулыҡ Урал тауҙары кеүек бейек тауҙарға ла мендерә ала. «Башҡортостан» киностудияһы йәнһүрәттәре тап ошо темаларҙы яҡтырта.
Картиналарҙы балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә күрһәтеүгә Силәбеләге «Ҡоролтай» ойошмаһы ярҙам итә. Артабан кескәй тамашасыларға «МультСтудия» асыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова