Яҡташтарыбыҙ «Хатынь» мемориаль комплексына сәскә һалды

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Белоруссиялағы «Хатынь» мемориаль комплексына сәскә һалды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тарихи комплекс яндырылған ауылдар иҫтәлегенә төҙөлгән. Ул 1969 йылда элекке Хатынь ауылы урынында асылған.

Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында немец илбаҫарҙары 149 кешене, шул иҫәптән 75 баланы тереләй яндыра. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, үҫеп килгән йәш быуын тарихты белергә тейеш. Уларҙы был урынға килтерергә кәрәк, сөнки бында барыһы ла бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә, тине Радий Хәбиров.