Бөгөн баш ҡалала йомробаштар ярыша

Башҡорт теле – аҡыл теле.  Өфөлә “Йомробаш” интеллектуаль уйыны үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты баш белгесе Ләйсән Мостафина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт теле көнөнә бәйле “Ете аҙым” марафоны иғлан ителде. Ете көн көн дауамында Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәре”ндә билдәләнгән ете төшөнсәгә бәйле саралар ойошторола. Тәүге көн “Башҡорт теле – иманлы тел” тип аталды, кисә “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” исеме аҫтында саралар уҙҙы, бөгөн  “Башҡорт теле – аҡыл теле” тип күрһәтелгән.