Унда малдарҙа хәүефле дерматит таралған. Республика Башлығы указына ярашлы, 2-се Төркмән ауылы һәм Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ауылындағы һөтсөлөк фермаһында ла махсус режим индерелә. Һыйыр малында төйөрлө дерматит асыҡланыу сәбәпле, 1-се Төркмән ауылында карантин иғлан ителгәйне. Ауырыған хайуандарҙы юҡ итәләр. Уларҙың хужаларына Яңы йылға тиклем компенсация түләнә. Был турала Финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКомпенсация суммаһы малдарҙың баҙар хаҡы буйынса билдәләнә.