Беҙҙең республика делегацияһының Минскиға сәфәре барышында ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика телерадиокомпанияһы генераль директоры Рөстәм Зарафетдинов белдереүенсә, Башҡортостан халҡына Беларусь тураһында күберәк белеү мөмкинлеге була. Шулай уҡ Белоруссияла беҙҙең республика тураһында күберәк мәғлүмәт бирелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы башҡа илдәрҙең мәғлүмәт саралары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Франция, Япония һәм Көньяҡ Корея менән килешеүҙәр төҙөлгән.