Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә

“Тыныслыҡ өсөн көрәшкән ҡаһармандарҙы белергә тейешбеҙ. Йәш быуынды улар рухында тәрбиәләү мөһим”. Шулай тип иҫәпләй республика хәрбиҙәре.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Риф Сәхәбетдинов – Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби летчигы, хәрби осоусы-снайпер, Афған һуғышы яугиры. Әйткәндәй, бөгөн уның тыуған көнө. Риф Рәйес улына 66 йәш тула. Ул Төньяҡ Кавказда террористарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Террорсыларҙы юҡҡа сығарыу операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә. 2001 йылдың 27 апрелендә ил етәксеһе бойроғо буйынса Риф Сәхәбетдиновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

   Башҡортостандан 300-ҙән ашыу Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройы сыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышында 280 яугир иң юғары хәрби наградаға лайыҡ  була.