Исемлеккә Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө, Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Ҡариҙел райондары ингән. Ә бына Сибайҙа һәм Бөрйән районында күрһәткестәр иң түбәне. Был турала коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында белдерелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБер үк ваҡытта төбәктә киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция менән бәйле хәл киҫкенләшә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле 55 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ауырый, 16 белем усағы һәм 900 класс карантинда.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, 258 балаға һәм 65 уҡытыусыға COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Улар барыһы ла тейешле дауалау үтә. Шулай ҙа ведомство, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса хеҙмәт белгестәре 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем дауам итәсәк оҙайлы каникул ауырыу күрһәткесен кәметер тип ышана.
Быға бәйле, балалар баҡсаларында Яңы йыл иртәлектәре үтһә лә, мәктәптәрҙә шыршы байрамы айырым синыфтарҙа ғына уҙғарылыр тип көтөлә. Дөйөм мәктәп шыршы байрамы булмаясаҡ. Муниципалеттарҙа уҡыу алдынғыларын, олимпиада еңеүселәрен ҡотлау сараһы 24 декабрҙә асыҡ һауала ойошторола.