Шишмә районында бәлиғ булмаған баланың үлем осрағы буйынса тикшереү башланған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФажиғә Алкин-2 ауылындағы гараж кооперативтарының береһендә теркәлгән. Егет менән ҡыҙ был ваҡытта двигателе ҡабыҙылған автомобиль салонында була. Бер аҙҙан йәштәр йыйылған газдан иҫтәрен юғалта. Уларҙы туғандары таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар үҫмергә ярҙам итә алмай, уның ғүмере өҙөлә.
Ошондай уҡ осраҡ Күгәрсен районында ла теркәлде. Утын яғылған мейестән сыҡҡан һөрөм газы Ҡаран ауылындағы ике баланы ағыулай. Ҡазаға тарыусылар ашығыс рәүештә Мораҡ үҙәк дауаханаһына һалына.Табиптар балаларҙың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.