Быйыл күләмле проектта ҡатнашыуға Ишембай районынан ғына 13 ауыл халҡы ғариза ебәргән. Кинйәкәйҙә йәшәүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Ишембай районы Кинйәкәй ауылында йәшәүселәр ҙә физик әүҙемлек аша оҙон ғүмерлелеккә ынтыла. Күптәр скандинав таяҡтар менән йөрөүҙе үҙ иткән. Рәзидә Ғафарова хаҡлы ялдағылар, хеҙмәт йәшендәгеләрҙе бергә туплап, был шөғөлдө ҡышҡыһын да ташламай.
Кинйәкәй халҡы сәнғәттән дә айырылғыһыҙ. Мәҙәниәт йортонда фольклор коллективтар, ағинәйҙәр клубы уңышлы эшләп килә. Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсына заявка ебәрелеүе өлкәндәрҙе тағы ла ҡанатландырып ебәргән.
Аулы халҡы берҙәмлеге менән көслө. Фельдшер-акушерлыҡ пунктын, зыяратты төҙөкләндереү булһынмы, мәсет күтәреүме - ярҙамға һәр кем йүгереп килергә әҙер. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү яулауға ла ышаныс ҙур.
Ауылға йәштәр ҡайтыуы, яңы объекттар төҙөлөшө - биләмә өсөн күркәм күренеш. Урындағы имам-хатиб Миҙхәт Хәлитов билдәләүенсә, дингә килеүселәр ҙә арта. Теләк бер – эскелекте тамырынан юҡ итеү.
«Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылда ойошторола башлағайны. Быйыл бүләкләү фонды ҡырҡ миллион һумға тиклем арттырылды. Еңеүселәргә өс миллиондан алты миллион һумғаса аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған. Бәйгенең муниципаль этабы киләһе йылдың ғинуар аҙағына тиклем дауам итә, артабан республика кимәленә сығыусылар билдәләнә.
Гөлназ Хәйбуллина