Республикала «Росреестр мәктәбе» ойошторолдо

Уҡытыу Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙғарыласаҡ. Тыңлаусыларға күсемһеҙ милекте кадастр иҫәпкә ҡуйыу, хоҡуҡтарҙы теркәү, ерҙең торошон өйрәнеү, геодезия һәм картография өлкәһендәге мөһим темаларҙы аңлатыу ҡаралған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ бер аҙналыҡ курс программаһына Росреестр хеҙмәттәрен электрон форматта алыу мөмкинлектәре буйынса практик дәрестәр индерелгән. Бөгөн Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөп, төбәктең агросәнәғәт комплексы һәм иҡтисадына кадрҙар әҙерләү эшенә старт бирҙе.

Гөлназ Хәйбуллина