Бөгөн – Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө

2004 йылдан билдәләнгән дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән. Ошо уңайҙан икенсе йыл рәттән ил кимәлендә коррупцияға ҡаршы диктант ойошторола.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Унда һәр кем онлайн-тест һорауҙарына яуап биреп, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле белемен камиллаштыра ала. Бының өсөн экранда күрһәтелгән сайтта теркәлергә кәрәк.

Мәғариф акцияһы 11 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостанда күләмле сараға тәүгеләрҙән булып чиновниктар, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре ҡушылды. Диктантты уңышлы тапшырыусыларға сертификаттар бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина