13 декабргә тиклем ойошторолған бәйгелә 120 компетенция буйынса һынауҙар үткәрелә. Төбәк чемпионатында еңеүселәр төркөмө республика данын киләһе йылда үтәсәк милли чемпионатта яҡлап сығыш яһаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө медицина колледжында студенттар дауахана шарттарында үткәрелә торған анализдарҙы эшләп уҡыу программаһын практик өлөшө менән 1-се курстан уҡ таныша. Лабораторияла урынлаштырылған заманса ҡоролмалар ярҙамында йәштәр ҡан менән бәйле тикшереүҙәрҙе үткәреп колледждан алыҫ китмәйенсә белемен камиллаштыра. Ҡеүәтле техника уҡыу йортона Вордскилс Раша һөнәри оҫталыҡ конкурсынан һуң файҙаланыуға тапшырылған.
Лаборатория ҡоролмаларынан тыш, медицина колледжына ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡарау өсөн кушеткалар бүләк ителгән. Яҡтыртыу, йылытыу системаһы, тауыш биреү кнопкаһы менән йыһазландырылған ҡиммәтле ҡоролмала студенттар ҡарттар йорттарындағы пациенттарҙы ҡарап өйрәнә.
Быйыл Башҡортостанда үткән «Вордскилс» чемпионатына махсус рәүештә 750 миллион һумға ҡоролмалар һатып алынды. Бәйге тамамланғас та техник йыһаздар республика уҡыу йорттарына таратылды. Заманса станоктар төбәк колледждарының оҫтаханаларын 70 процентҡа тиклем яңыртырға булышлыҡ итте.
Республикала 13 декабргә тиклем дауам иткән «Вордскилсс Раша» конкурсының төбәк этабында үҙ һөнәрендә иң көслө белгестәр һайлап алына. Еңеүселәрҙән милли чемпионатта Башҡортостан данын яҡлар өсөн ҡаралған төркөм ойоштороласаҡ. Улар киләһе йылға мәртәбәле бәйгелә Рәсәйҙең башҡа командалары менән көс һынашыр тип көтөлә.
Флорида Ким