Өфөлә республиканың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы үтә

Сарала 50 директор ҡатнаша. Форумда семинарҙар, стратегик сессиялар һәм түңәрәк өҫтәлдә белем усаҡтары етәкселәре яңыса эшләү юлдарын барлай. Маҡсат бер – белем биреү сифатын күтәреү, мәктәптәрҙең матди базаһын яҡшыртыу.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кәңәшмә туған телдәр телдәр көнөнә арнала. Өфөлә бындай саралар 14 декабргәсә дауам итә. Директорҙар тәжрибә уртаҡлаша. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия -интернаты Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары синыфтары эшләп килә. Был программа белем усағын тамамлаған малай-ҡыҙҙарҙы  уҡырға индеү йүнәлешендә эшләй.

Рәмилә Исмәғилева