Бөтә Рәсәйҙән юристар Өфөлә йыйылды

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй юридик форумы эш башланы. Уның барышында халыҡҡа ярҙам өсөн шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәген асыу көтөлә. Рәсәй юристар берлегенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ирина Панькина шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Башҡортостан юристары халыҡтан 3 мең ярым мөрәжәғәт ҡабул иткән. Уларҙың күбеһе алименттар түләмәү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре менән бәйле.