Директорҙар белем ала, тәжрибә уртаҡлаша. Өфөлә республика милли инновация мәктәптәре етәкселәре форумы үтә. Унда семинар, стратегик сессия һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, белем усаҡтары етәкселәре яңы эш алымдарын үҙләштерә. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты Өфө дәүләт нефть-техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары менән хеҙмәттәшлек итә, мәктәптә махсус кластар булдырылған. Директор Илнур Сәлихов белдереүенсә, вуздар менән даими бәйләнештә булыу йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДиректорҙар форумы белем биреү сифатын күтәреү, мәктәптәрҙең матди базаһын яҡшыртыу маҡсатында ойошторола, ти Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДиректорҙар форумы 14 декабргә тиклем дауам итә.