Әммә был һанда үҙгәрештәр булыуы ла мөмкин. Бюджеттың килем өлөшөнә килгәндә ул дефицит менән ҡабул ителә. Әммә белгестәр фекеренсә, күрһәткес билдәләнгән норманан артыҡ түгел, социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бәйле ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДефицит федераль гранттар, субсидиялар иҫәбенә тулыландырыла. Әле бюджет тураһындағы закон пректы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа беренсе уҡыуҙы ғына үткән, артабан финанс документ икенсе, өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.
Бөгөн ҡануни проектҡа үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр Президиум ултырышында ла тикшерелде. Депуттар шулай уҡ башҡа мөһим закон проектарын да ҡараны. Көн тәртибенә бөтәһе алты тиҫтәгә яҡын мәсьәлә сығарылды. Улар араһында спиртлы эсемлектәр етештереү һәм һатыуҙы көйләүгә ҡағылған документ та бар.
Президиум ултырышында билдәләнеүенсә, яңы йылдың тәүге көндәрендә алкоголле эсемлектәрҙе һатыу менән бәйле сикләүҙәр индерелгән, был контрафакт продукцияһы менән сауҙа итеүҙең артыуына һәм ағыуланыу осраҡтарына килтереүе мөмкин. Шуға күрә хәҙер һатыуҙы 3 ғинуарҙан рөхсәт итеү тәҡдиме индерелгән, иртәнге 10-дан 17 сәғәткә тиклем.
Рәмзиә Кәримова