Бөрйәндә 12 ауыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында әүҙем ҡатнаша

Ауылдарҙа зыяратты кәртәләү, спорт майҙансыҡтары төҙөү, мәҙәниәт йорттарына костюмдар алыу талап ителә. Программа шарттары тураһында киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы зыярат 19-сы быуат урталарында булдырылған. Әммә быға тиклемге иҫкеһе лә урында йәшәүселәр иғтибарынан ситтә ҡалмай. Зыяратты яңы кәртә менән уратып, төҙөкләндерергә ҡарар ителә. Ошо маҡсатта «Урындағы башланғыстарға ярҙам « программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза бирелә.

Зыяратты кәртәләү Иҫке Монасип ауылында лә талап ителә. Үткән йылдарҙа ауыл халҡы, программа грантына эйә булып, спорт майҙансығы төҙөгән дә инде.

Бөрйән районы 2014 йылдан республикала тәүгеләрҙән булып «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһында, пилот проект булараҡ, ҡатнаша башлаған. Уның сиктәрендә төбәктә 41 проект тормошҡа ашырылып, күперҙәр, юлдар һалынған, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Мәҫәлән, Кейекбай ауылы мәҙәниәт йортонда ҡыйыҡ ябылған, сәхнә яңыртылған, тәҙрә рамдары һәм ишектәр алыштырылған. Барыһы 400 мең һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән.

«Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Һәр проектты бойомға ашырыу бер нисә этаптан: халыҡ йыйылышынан, ғариза яҙыуҙан һәм конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙан тора.

Шарттарға ярашлы, һәр башланғыс буйынса дәүләт иң күбе 1 миллион һум аҡса бүлә. Шул уҡ ваҡытта дөйөм эшкә талап ителгән сығымдың 3 процентын халыҡ үҙе йыйырға тейеш, тағы 15 процентын муниципалитет һалырға бурыслы.

Рәзилә Ғиниәтуллина