Фиҙаҡәр хеҙмәткә – лайыҡлы баһа

Төбәктең мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бер төркөм уҡытыусыларға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Абруйлы һөнәр эйәләре Башҡортостандың Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ 14 педагог һәм ғилми хеҙмәткәргә «атҡаҙанған» исеме бирелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, коронавирус пандемияһы осоронда уҡытыусылар дистанцион форматта эшләп, һанлы мәғариф технологияларҙы уңышлы үҙләштерҙе. Белем биреү сифаты зыян күрмәне. Быны йомғаҡлау дәүләт аттестацияһы һөҙөмтәләре лә дәллиләй. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса күрһәткестәр ҙә күпкә яҡшыраҡ булған.

Силәбе өлкәһенән Хәбрахман Мансуров Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Ҡырҡ йылға яҡын ул Ҡоншаҡ районы Маяҡ ауылы мәктәбендә технология, рәсем, музыка һәм инглиз теле буйынса дәрестәр алып бара.

Ҡурай, ҡубыҙ һәм думбырала оҫта уйнаған педагог уҡыусыларҙы башҡорт мәҙәниәте, милли музыка ҡоралдары менән таныштырыуға ҙур иғтибар бүлә. «Йәйғор» өлгөлө фольклор коллективын етәкләй.

Гөлназ Хәйбуллина