Башҡорт дәүләт университетындағы Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала ҡәләм тибрәтеүсе йәштәр тәбрикләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәш шағирҙар конкурсын «Шоңҡар» журналы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторған һәм ул тап 35 йәшкә тиклемге яҙышҡан егет-ҡыҙҙарҙы асыҡлай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, әҙәбиәткә килеүсе йәштәргә иғтибар етмәй. Уларҙы дәртләндереү сараһы милли шиғриәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ижади бәйге ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Баһалама ағзаларына йөҙәрләгән әҫәр уҡырға тура килгән. Улар араһынан иң яҡшы алты ижади эш һайлап алынған. Еңеүселәр ике номинацияла 50, 30 һәм егермешәр мең һумлыҡ аҡсала бүләк менән билдәләнде.
Айнур Кәбиров