Башҡортостанда ижади теләктәр шыршыһына старт бирелде

Ул төбәк проекты һәм быйыл тәүге тапҡыр үткәрелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм етем балалар өсөн теләктәр шыршыһы һуңғы йылдарҙа даими ойошторола. Был сара федераль кимәлдә лә, республика буйынса ла уҙа. Әммә  элекке проект бүләктәр биреүгә ҡайтып ҡалһа, быйылғы  акция  балаларҙың ижади хыялдарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Мәҫәлән, ул сәхнә йондоҙҙары йәки  билдәле спортсылдар меәнн осрашыу хаҡында булырға мөмкин. Ошондай теләктәрҙе «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы акцияға ебәрергә була. Проектта 3-тән 17 йәшкә тиклемге етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, физик мөмкинлектәре сикләнгән  балалар ҡатнаша ала. Ижади теләктәр 29 декабргә тиклем ҡабул ителә. 

Рәмзиә Кәримова