Ғафури районында башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Жәлил Кейекбаевҡа бюст асылды. Тантана билдәле ғалим-төркиәтсенең тыуған ауылы Ҡаранйылғала үтте. Кисәлә исемле премияның быйылғы лауреаттары ла билдәләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөрки донъя тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шәхес тыуған яғында икеләтә ҡәҙерле. Билдәле ғалим-төркиәтсе, башҡорттар араһында тәүге фән докторы ғилми дәрәжәһенә эйә булыусы Жәлил Кейекбаевты ғафуриҙар оло хөрмәт менән иҫкә ала. Бығаса гипстан эшләнгән бюсты яңыртып бронзанан ҡойоуҙары, йыл да исемле премия тапшырыла килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Быйыл абруйлы наградаға ике кеше лайыҡ булды.
Сара Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим менән ҡасандыр юлдары киҫешкән замандаштарыбыҙ шәхес хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ниндәй генә юғары бейеклектәр яулауға ҡарамаҫтан, ул үҙе, ябай кеше булып ҡала белде, тиелде осрашыуҙа.
Артабан сараның төп өлөшө Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ғалимдың фәнни эшенә байҡау яһалды, телдең бөгөнгө һәм киләсәге тураһында фекерҙәр яңғыраны. Әле баҫылмаған эштәре лә юҡ түгел. Башҡортостан Милли архивында ғына шәхестең меңдән ашыу ҡулъяҙмаһы һаҡлана.
Әле өйрәнәһе материалдар етерлек, тиелде сарала. Жәлил Кейекбаевтың фәнни хеҙмәте башҡорттар өсөн генә түгел, башҡа төрки халыҡтар өсөн дә көнүҙәк булып ҡала.
Жәлил Кейекбаева полиглот булараҡ танылыу алған шәхестәрҙең береһе. Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн ул урал-алтай телдәренә ҡараған 50-нән ашыу тел һәм диалект материалдары файҙалана, уларҙы математик логикаға нигеҙләп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бихисап хеҙмәт, монографиялар ҡалдыра. Бөгөн уның күпселек ҡулъяҙмалары музей фондтарында һаҡлана.
Азат Ғәлиуллин