Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов Башҡортостандың коронавирусты дауалау буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Сәйәсмән был турала бөгөн Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡыта республикала сир йоҡтороусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Әммә уяулыҡта юғалтырға ярамай. Донъя кимәлендә сирҙең яңы штаммдары барлыҡҡа килә, мәкерле аурыуҙың яңы тулҡыны башланыуы ихтимал.
Икенсенән, ковидтың эҙемтәләре менән дә көрәшеү мотлаҡ. Сөнки күптәрҙең ғүмере коронавирустан түгел, эҙемтәләренән өҙөлә. Дмитрий Хубезов үҙ сиратында Башҡортостандың эш тәжрибәһен юғары кимәлдә тип атаны.
Рәмзиә Кәримова