Ҡышҡы осорҙа янғын осраҡтары артыу сәбәпле, белгестәр хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәреп, иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратты. Ҡотҡарыусылар халыҡты түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмаҫҡа, ҡулдан яһалған йылытыу ҡоролмалары менән ҡулланмаҫҡа, мейесте ҡыҙыу яҡмаҫҡа, Яңы йыл байрамдарында дәүләт стандарты талаптарына яуап бирмәгән пиротехника менән файҙаланмаҫҡа саҡыра. Бынан тыш, йорттарҙа янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу мөһим.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә йыл башынан 2080 янғын осрағы теркәлгән, Башҡортостан буйынса был һан 10 меңдән ашыу. Фажиғә һөҙөмтәһендә республикала 250 кеше вафат булған, шуларҙың 14-е - балалар.