Башҡортостанда өс йылда шәхси йорттарға газ үткәреү буйынса 6 меңдән ашыу сертификат тапшырылған

Һүҙ льготаға эйә граждандар йәки Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалид, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр тураһында. 60 мең һумдан 100 мең һумға тиклемге сертификаттар йортҡа газ индереү өсөн ҡулланылырға тейеш. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Екатерина Алексееваның һәр көнө аш-һыу әҙерләү менән үтә. Өс балаға төрлөләндереп, күпләп аҙыҡ бешерегә тура килә. Быға тиклем улар электр плитаһы менән ҡулланырға мәжбүр булғандар. Был иһә, йәш ғаиләнең кеҫәһенә лә һуға. Айына 7 мең һумдан да кәм түләмәй торғайныҡ, ти улар.

Өйҙә газ булыуы күпкә яҡшыраҡ. Йылы ла, һауа ла икенсе төрлө, электр йылытыу һымаҡ түгел инде. Балалар башлыса иҙәндә ултырып уйнай, улар өсөн хәҙер борсолмайым.

Екатерина Алексеева, Сихонкин ауылында йәшәүсе

Яңы йорт туйлағас, Алексеевтар газ үткәреү өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат юллай. Ғариза яҙып ҡалдырған көндән алып, өйгә зәңгәр яғыулыҡ биргәндәренә тиклем 4 ай үтә. Дәүләттән ярҙам булмаһа, кәрәкле сумманы бер йыл тирәһе йыйырға тура килер ине, ти ғаилә башлығы.

Иретеп -йәбештереүсе ҡаҙан һатып алып ҡуйығыҙ тине. Тәүҙә бер ай тирәһе торбалар үткәрҙеләр.Тышта эштәре бөткәс, барһын да тоташтырып та ҡуйҙылар.

Александр Алексеев, Сихонкин ауылында йәшәүсе

Республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклемге сертификат тапшырыла. Дәүләт ярҙамы льготаға эйә булған граждандарға иҫәпләнгән. Был программаға старт 3 йыл элек бирелгәйне, ошо ваҡыт эсендә йәмғеһе 500 миллион һумлыҡ сертификат бирелгән. Бынан тыш, республикала тораҡ пунктарға һәм участка биләмәләренә торба үткәреү буйынса ҙур проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Газ үткән ауылдарҙың йорттарын зәңғәр яғыулыҡҡа тоташтырыу программаһын ил Президенты Владимир Путин иғлан иткәйне. Был программаға ярашлы 130 мең йортҡа газ үткәреү күҙаллана. Бынан тыш республиканың адреслы инвестициялары проекты ла ғәмәлгә ашырыла.

Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы

Шулай уҡ 2025 йылға тиклем төбәктә газ тәьминәтен үҫтереү планлаштырылған. Уға ярашлы, 24 меңдән ашыу йорт иҫәпләнгән 164 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтәсәк.

Әлфинә Килдейәрова