Проект менән Төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Рәсәй
Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко таныштырҙы. «Волга буйы
технополистары» тип аталған проект 10 төбәктән 13 башланғысты берләштерә. Уның
төп маҡсаты – республикаға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға бында үҫеш өсөн
бөтә шарттар - заманса лабораториялар, коворкинг үҙәктәре, һанлаштырылған
китапхана һәм дөйөм ятаҡ булдырыласаҡ.
Студенттар өсөн юғары уҡыу йортоноң федераль һәм башҡа
статусы булыу мөһим. Кампустың төҙөлөүе төбәктә ғилми-тикшеренеү һәм белем
биреү эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрер, тип көтөлә. Профессиональ кадрҙар ҙа
артыр, тип ышанабыҙ.
Александра Карунас, Башҡорт дәүләт университеты профессоры
Кампуста уңайлы шарттар булдырыу төбәктә студенттар
һанын арттырыр, тигән өмөттәбеҙ. Заманса ятаҡ төҙөлөүе лә уҡыу йортоноң кимәле
тураһында һөйләйәсәк.
Азат Ғәлимханов, Башҡорт дәүләт университеты проректоры
Подписывайтесь на Bash.News