Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатына – 60 йыл

Юбилей айҡанлы уҡыу йортонда ойошторолған тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - сәйәсәт һәм телевидение эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре, гимназияның элекке сығарылыш уҡыусылары йыйылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тамашасылар иғтибарына концерт номерҙары, гимназия тарихы тураһында видеоматериал тәҡдим ителде. Тәжрибәле уҡытыусыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы абруйлы рәссамдар һәм архитекторҙар тәрбиәләгән, йәмғеһе 5 меңдән ашыу уҡыусыға ҡанат биргән. Белем усағы – Рәсәйҙә һынлы сәнғәтте төплө өйрәнеү буйынса берҙән-бер дөйөм белем биреү учреждениеһы. Гимназия «Ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәбе» исемен йөрөтә.