Өфөлә VII Бөтә Рәсәй юридик форумы сиктәрендә «Лигал Файт» интеллектуаль уйыны үтте

Сарала ҡатнашыусы хоҡуҡ белгестәре белемдәрен һынап ҡараны, кроссворд систе. Рәсәй юристары ассоциацияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты тарафынан ойошторолған конкурста тәжрибәле белгестәрҙән башҡа, студенттар ҙа ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дүртенсегә үткәрелгән уйын коррупция темаһына арналғайны. Бәйге һөҙөмтәһендә Республика башлығы кубогына «Адвокаттар» командаһы лайыҡ булды.