Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны сиктәрендә ойошторолған саралар шәлкеме дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУның шарттары буйынса, шәхестең киң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе – «Нәсихәттәр»енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республика район хакимиәттәре башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул аша сағылдырып, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегы менән социаль селтәрҙәргә һалырға тейеш.