Республикала битлек режимын үтәмәүселәр асыҡлана

Битлекме, штрафмы? Республикала йәмәғәт транспортында рейд үтә. Аҙна башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек” тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, хәҙер маскаһыҙ граждандар автобус салонына индерелмәй. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгесе Вадим Баглай белдереүенсә, пассажирҙарҙың күбеһе тәртипте теүәл үтәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәмәғәт транспортында көнөнә ике тапҡыр эшкәртеү уҙғарылырға тейеш. Транспорт хәрәкәтен дә көйләү мөһим. “Яңы сикләү кондуктор һәм пассажир араһында низағ тыуҙырмауына ышанабыҙ”, - ти Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте вәкиле Анастасия Рябченко:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Транспортта битлекһеҙ пассажирға штраф һалыныуы ихтимал. Уның суммаһы 15 меңдән 40 меңгә тиклем барып етергә мөмкин.